09:13 (UTC+5), 13 Август 2019

Республикала 150 метр оҙонлоҡтағы «Йәшә, ауыл!» яҙыуы барлыҡҡа килде

Bkbh Vekkf4jkjd
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған ял көндәрендә Кушнаренко районы Ахлыстин ауылында уҙған «Йәшә, ауыл!» байрамында баҫыуҙа трактор һәм һабан менән сараның исемен яҙҙылар. Яҙыуҙың оҙонлоғо 150 метр тәшкил итә, һәр хәрефтең бейеклеге — 20 метр. Шул рәүешле ойоштороусылар флешмобҡа старт бирҙе. Уның шарттарына ярашлы, ошолай итеп яҙырға һәм фотоны #йәшәауыл хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.
«Тәүҙә сара ауылда Христос Раштыуаһы ҡорамы тергеҙелә башлауға арналды, хәҙер беҙ ауылға ҡорамды ғына түгел, ә тарихи мәҙәниәттең күсәгилешлеген ҡайтарырға, ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ», — ти байрамдың төп ойоштороусыһы Ольга Самарина.
Ауылда ошондай саралар беренсе йыл уҙғарылмай. Быйыл фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре, ҡурсаҡ спектакле, йәрминкә, асыҡ һауала сәй эсеү, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар, бүләктәр уйнатыу көтә ине.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика