11:35 (UTC+5), 13 Август 2019

Радий Хәбиров яңы экология министрына «ҡара ҡаҙыусылар» менән әүҙем шөғөлләнергә ҡушты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яңы етәксеһе алдында торған тәү сираттағы бурыстарҙы билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Мирхәйҙәр Фәтҡуллиндың отставкаһынан һуң тәбиғәтте һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы вазифаһына Арбитраж судының элекке судьяһы Урал Искәндәров тәғәйенләнде.
«Республиканың һәм унда йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙа һеҙҙең министрлыҡтың әүҙемерәк булыуын теләр инем», — тип мөрәжәғәт итте уға Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул министрлыҡтан, атап әйткәндә, тәбиғи ташты рөхсәтһеҙ сығарыу осраҡтарын бөтөрөү йәһәтенән ныҡлап эшләүен көтә. Ул 8 августа Башҡортостандың Белорет районында лицензияһыҙ ҡатламлы таш сығарыу менән шөғөлләнгән Силәбе фирмаһы эшселәрен тотоуҙы миҫалға килтерҙе. Предприятие директоры элек урман ҡырҡҡан өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.
«Улар оятһыҙ рәүештә һәм ышаныслы эшләй. Эҙләүгә лицензия алып, шунда уҡ ауыр техника, һаҡсылар, төрлө коммуникация саралары һәм, әйтеүе лә ҡурҡыныс, урындағы чиновниктар һәм көс структуралары араһындағы бәйләнештәр менән эшкә тотона, — тип яҙғайны Радий Хәбиров бынан алда соцаль селтәрҙә. — Уларҙың үҙҙәренең танау аҫтында ошондай масштабты «күрмәүенә» ышанмайым. Бизнестың әйләнеше бик ҙур».
«Был - һеҙҙең ведомствоның эшләп еткермәүе, — тип билдәләне бөгөн республика етәксеһе. — Минеңсә, быға Хөкүмәтте йәлеп итмәҫкә лә мөмкин ине. Әгәр урында башлыҡ, министрлыҡтың территориаль бүлексәһе бер юлы шөғөлләнһә, бындай хәл булмаҫ ине. Минең ошо ташҡа ҡанығыуым үҙмаҡсат түгел, маҡсатым - министрлыҡтан башланған эште тамамлауҙы талап итеү. Был ташҡа, урман ҡырҡыуға һәм башҡаларға ҡағыла. Атҡараһы эштәр байтаҡ. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика