04:10 (UTC+5), 09 Августа 2019

Республиканың иң яҡшы йәш хәбәрселәре Йоматауҙағы оҫталыҡ дәрестәре йомғаҡтары буйынса «Артек»ка бара

vk.com/sgufa18
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 августан «Березка-кемп» (Өфө районы, Йоматау ауылы) балалар һауыҡтырыу лагерында бер аҙна буйына ижади үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн «Үҙ тауышың» республика профилле медиа-лагеры ойошторола. Ғаризаларҙы ҡабул итеү дауам итә! Медиа-лагерь программаһында телевидение, дизайн, социаль селтәрҙәр, ижади проекттар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, креатив авторлыҡ шоуы, хәрәкәтсән һәм интеллектуаль блоктар күҙаллана, ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар – киң мәғлүмәт өлкәһе белгестәренең килеүе көтөлә.
Медиа-лагерҙа ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса 10 кешенән йәш журналистар төркөмө төҙөлә, улар «Мәңгелек ут» халыҡ-ара балалар тарихи ассамблеяһы сиктәрендә 2020 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең бишенсе сменаһына Йәш журналистар лигаһының медиа-командаһы составына тәҡдим ителә (Лиганан йәш журналистар дүртенсе йыл инде ошо проектта ҡатнаша). Иң яҡшы ҡатнашыусылар йәш журналистарҙың иң сағыу фестивалдәренә — «Волга осрашыуҙары»на һәм «Бумеранг» медиа-форумына саҡырыла. 2016 һәм 2017 йылдарҙа «Үҙ тауышың» республика медиа-лагеры программаһы йәштәр сәйәсәте учреждениелары араһында йәйге профилле лагерҙар программалары республика конкурсында беренсе урынды алды.
Ҡатнашыуға ғаризалар 10 авгусҡа тиклем broluj@yandex.ru электрон адресына ҡабул ителә. Слеттың программаһы тураһында даими мәғлүмәт асыҡ төркөмгә һалына.
Штабтың рәсми вәкиле менән бәйләнеш телефоны: 8-927-345-39-99. Медиа-лагерҙы ойоштороусылар — «Йәш журналистар лигаһы» Дөйөм Рәсәй балалар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр өсөн «Диалог» клубтар берләшмәһе. Проект Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында дүртенсе йыл рәттән бойомға ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика