07:11 (UTC+5), 09 Августа 2019

Республикала һаулыҡ һаҡлауға бәйле мөрәжәғәттәр һаны икеләтә тиерлек артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың июлендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мөрәжәғәттәре июнь менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек артҡан: 336 ялыуҙан 556-ға тиклем. Социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская һүҙҙәренсә, төп темалар иҫәбендә — табипҡа яҙылыуға бәйле мәсьәләләр, белгестәрҙең етешмәүе, хеҙмәткәрҙәрҙең эш сифаты һәм дарыуҙарға ҡытлыҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин быны хәҙер отпускылар мәле булыуы һәм тар йүнәлешле белгестәргә ҡытлыҡтың нығыраҡ һиҙелә башлауы менән аңлатты. Шуға ҡарамаҫтан, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика дауаханалары табиптарын район медицина учреждениеларына «күсереү» тәжрибәһен ҡуллана.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алдағы айҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында логистиканы ойоштороуға ентекле анализ әҙерләргә һәм шуның нигеҙендә хакимиәт башлыҡтары, баш табиптар менән һәр мәсьәләне тикшереү өсөн насар ун биләмәне билдәләргә ҡушты.
«Эшебеҙҙе еренә еткереп ойошторорға тейешбеҙ, табип саҡыртыуҙан, ҡабул итеүгә яҙылыуҙан башлап», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика