12:38 (UTC+5), 08 Август 2019

Башҡортостан етәксеһе республика программалары сиктәрендә табиптарға матди сертификаттар тапшырҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» видеоселектор кәңәшмәһендә Өфө һәм район дауаханалары табиптарына 2019 йылда эш башлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам республика программалары сертификаттарын тапшырҙы.
Анестезиологтар, реаниматологтар, офтальмологтар, терапевтар, педиатрҙар, гинекологтар 500 меңдән алып 1 миллион һумғаса матди ярҙам алды. Республика етәксеһе табиптарға ошо һөнәрҙе һайлағандары һәм тап районда эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Бөгөн беҙ ике программа буйынса сертификаттар бирҙек. Уларҙың берәүһе — «Ауыл табибы», уның буйынса ҡайһы бер йөкләмәләр үтәлмәгән, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Өҫтәүенә тар йүнәлешле белгестәр дәртләндерелә. Беҙ аҡса таптыҡ, ә һеҙ уларҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ һәм һәйбәт эшләгеҙ».
Кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, 2018 йылдың 1 октябренән төбәктең медицина учреждениеларына табиптарҙы йәлеп итеүҙең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Ошо осорҙа 240 һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән беренсел звенолағы медицина хеҙмәткәре эшкә урынлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта әлегә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре һаны кәмеүҙең кире тенденцияһын еңеп сыға алмай. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ошо хеҙмәткә бер фельдшер эшкә урынлашҡан, ә 14-е унан киткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика