08:12 (UTC+5), 07 Августа 2019

Урал Искәндәров — Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында яңы етәксе менән таныштырҙылар. Хәҙер министр вазифаһын Урал Искәндәров башҡара. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.
Тәүҙә тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы етәксеһе вазифаһын Мирхәйҙәр Фәтҡуллин биләне. Ул был вазифаға http://www.bashinform.ru/news/1337886-i-o-ministra-prirodopolzovaniya-i-ekologii-bashkirii-stal-ural-iskandarov/">2018 йылдың ноябрендә тәғәйенләнгәйне. Ете ай үткәс, июлдә ул отставкаға китеү тураһында ғариза яҙҙы. Сәбәбе — Урал аръяғында төҙөлөш таштарын законһыҙ сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыуҙа эшләп еткермәү.
Белешмә. Урал Искәндәров 1966 йылдың 10 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Кубань дәүләт аграр университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда «Волгоэлектросетьстрой» тресында монтажсы булып башлай. Эре панелле йорттар төҙөү тресының 2-се төҙөлөш идаралығы слесары, БАССР Дәүләт арбитражының хужалыҡ мөдире, Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судының әйҙәүсе белгесе, артабан судьяһы булып эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика