12:28 (UTC+5), 06 Августа 2019

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Талбазы ауылы күлендә балыҡтарҙың күпләп һәләк булыуын раҫланылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылы күлендә һыу инеүҙе һәм йорт ҡоштарын һыу ятҡылығына сығарыуҙы тыйған иғландар эленгән. 6 августа бында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында мәғлүмәтте раҫланылар.
«Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре һыу өлгөләрен алыу һәм хәлде асыҡлау өсөн күсмә лаборатория ебәргән, Ауырғазы районының ветеринар станцияһы белгестәре үле балыҡтарҙан анализдар алған», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышын һәм граждандар сходын үткәргәндәр, халыҡҡа килеп тыуған хәл тураһында һөйләгәндәр. Балыҡтарҙың һәләк булыуы сәбәптәре асыҡлана.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың ҡырылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Сәбәбе — «Полиэф» заводынан зарарлы матдәләрҙең эләгеүе.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика