06:23 (UTC+5), 06 Августа 2019

Рәсәйҙә тиҙ ярҙамға юл бирмәгән водителдәргә язаны көсәйткән закон үҙ көсөнә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 августа Рәсәйҙә юлда пациенттарға ашыҡҡан тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән һәм табиптарҙың эшенә ҡаршылыҡ тыуҙырған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында закондар үҙ көсөнә инде.
Штрафтар биш мең һумға тиклем арттырылды. Законды боҙған өсөн өс айҙан бер йылға ҡәҙәр таныҡлыҡтан мәхрүм итеү ҙә күҙаллана.
Элек тиҙ ярҙам машинаһына юл биреүҙән баш тартҡан өсөн 500 һумғаса штраф йәки өс айға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм итеү ҡаралғайны.
Шулай уҡ Енәйәт кодексына тағы бер норма индерелә, уға ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ҡамасаулау сәбәпле пациенттың һаулығына ауыр зыян килтерелгән осраҡта ғәйепле водитель ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителә, ике йылғаса мәжбүри эштәргә ҡушыла йәки уға 80 мең һумғаса штраф һалына. Әгәр ошондай ғәмәлдәр пациенттың үлеменә килтерһә, уларға дүрт йылғаса төрмә янай.
Дүрт-биш мең һумлыҡ штраф табиптарҙың эшенә ҡамасаулау пациенттың һаулығында сағылыш тапмаған осраҡта ҡулланыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика