Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.62
0
89.25
0
64.65
+1.87
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 13:17
Өфөлә папиллома вирусын тикшереү буйынса бушлай акция башланды
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында кешенең папиллома вирусын тикшереү буйынса бушлай акция башланды. Унда медицина полисы булған 30-39 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Кешенең папиллома вирусы — енси юл менән таралған инфекция. Аналыҡ муйынтығы, тамаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр енес ағзаларының яман шеш сиренә килтереүе ихтимал. Рәсәйҙә аналыҡ муйынтығы яман шеше репродуктив системаның яман шештәре араһында икенсе урынды биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1337365-v-ufe-nachalas-besplatnaya-aktsiya-po-obsledovaniyu-na-virus-papillomy/
Теги:
акция
тикшереү
папиллома
Читайте нас: