10:05 (UTC+5), 05 Августа 2019

Сентябрҙән Өфөнөң ике мәктәбендә полилингваль проектты ғәмәлгә ашырыу башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң 44-се һәм 162-се мәктәптәрендә (Сағыу биҫтәһе, Дим) полилингваль проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.
«Был мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыла, — тине министр вазифаһын башҡарыусы. — Балалар бер сменала уҡый, ә көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, художестволы һәм фәнни түңәрәктәр эшләй. Ата-әсәләргә уҡыусылар өсөн төрлө өҫтәмә белем биреү учреждениеларын эҙләргә кәрәкмәй».
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала 30 июлдә полилингваль селтәрҙәр булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Бөтәһе ошондай 14 урта белем биреү учреждениеһы була.
«Улар матур биналар ғына түгел. Беҙгә мәғарифты даими үҫтерергә кәрәк. Ошо 14 гимназия, кадрҙарҙан, методикаларҙан, йөкмәткеле эштән башлап, мәғарифтың локомотивы булырға тейеш, — тине Радий Хәбиров. — 1 сентябрҙән был мәктәптәр үҙҙәрен 21-се мәғарифы итеп күрһәтергә бурыслы».
Республика етәксеһе телдәргә юҡҡа ғына баҫым яһалмауын аңлатты. Хәҙерге донъяла балалар сәйәхәт итергә, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алырға тырыша.
Полилингваль мәктәптәрҙә уҡытыусыларға матди дәртләндереү саралары ҡаралған, сөнки унда иң яҡшы кадрҙарҙы йәлеп итергә тырышалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика