12:24 (UTC+5), 02 Августа 2019

Радий Хәбиров һәм Нюта Федермессер Өфөлә хоспис төҙөлөшөн тикшерҙе

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йыл ярымдан Өфөлә 30 урынлыҡ өлкәндәр бүлексәһе һәм 20 урынлыҡ балалар бүлексәһе менән хоспис эшләй башлай. Паллиатив ярҙам учреждениеһы төҙөлөшөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шәхси контроленә алған. «Ышаныс» хоспистарға булышлыҡ күрһәтеү хәйриә фондын ойоштороусы, Мәскәү күп йүнәлешле паллиатив ярҙам үҙәге директоры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Нюта Федермессер республика етәксеһе менән осрашыуҙан һуң журналистарға ошо турала хәбәр итте.
«Был ваҡытлы һәм кешелекле ҡарар. Уның осрашыуҙа түгел, ә алдан әҙерләп ҡабул итеү бик яҡшы, – тине Нюта Федермессер. – Башҡортостанда Рәсәйҙә өр-яңынан төҙөлгән икенсе хоспис була, ул проектлау этабында уҡ бик күп хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирергә тейеш. Был – илдә тупланған тәжрибәне файҙаланыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек».
Уның һүҙҙәренсә, хоспис дауалап булмаҫлыҡ сирлеләрҙең янындағылар – уларҙың ғаиләләре һәм туғандары өсөн булдырыла. «Хоспис ярҙамынан тыш, улар үҙҙәрен ныҡ ғәйепле һәм бәхетһеҙ итеп тоя. Был шәфҡәт күрһәтеүселәрҙе, йәмәғәтселәрҙе, танылған кешеләрҙе йәлеп иткән медицина-социаль учреждениеның берҙән-бер төрө, көс-ҡөҙрәт һәм һөйөү тупланған урын».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика