14:54 (UTC+5), 02 Августа 2019

Өфө Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө ойошторолоуҙың 89 йыллығын билдәләйҙәр.
Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларындағы кеүек үк, Һауа-десант ғәскәрҙәре флагы менән машиналар, десантсылар Өфө буйлап йөрөй.
«Ҡалабыҙҙа Һауа-десант ғәскәрҙәренә хөрмәт менән ҡарайҙар, — тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин. — Өфө егете, Рәсәй Геройы генерал-майор Сергей Заһит улы Тулиндың ҡаһарманлығы тураһында яҡшы беләбеҙ. Ул Югославияла һәм Чечняла парашют-десант полкына һәм мотоуҡсылар бригадаһына командалыҡ иткән, Грозный өсөн һуғыштарҙа һәм Гудермес ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан».
Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, өфөләр десантсы яҡташтары – Рәсәй Геройҙары Александр Доставаловтың, Артур Ҡорбанғәлиевтың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.
«Өфөләге Еңеү паркында Доставаловтың исеме һәйкәлгә уйып яҙылған. Артур Ҡорбанғәлиев бала сағында йәшәгән Урман тыҡрығы урамындағы йортҡа уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған», — тип өҫтәне ул.
Башҡортостандың баш ҡалаһында төп байрам 8 Март ҡасабаһындағы «Забельский» аэродромында бара.
Программала — парашютсыларҙың, кесе авиация вәкилдәренең, вертолетсыларҙың һәм ҡул һуғышы оҫталарының күрһәтмә сығыштары.
Бынан тыш, байрамда ҡатнашыусыларҙы «Десантура» алышына һәр кем көнләшерлек... » театрлаштырылған тамашаһы көтә.
Йолаға ярашлы, ҡунаҡтар өсөн Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары – башҡарыусылар, Өфөнөң ижади коллективтары, үҙешмәкәр сәхнә оҫталары сығыш яһай, ялан кухняһы эшләй.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика