10:34 (UTC+5), 02 Августа 2019

Бәләбәйҙә 150 урынлыҡ балалар баҡсаһын ваҡытынан алда асалар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 8 августа, Төҙөүселәр көнөндә, Бәләбәй ҡалаһында 150 урынлыҡ балалар баҡсаһын ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшыралар. Социаль объект яҡынса ике мең квадрат метрлыҡ майҙанда Горохов урамында урынлашҡан.
«Объектты төҙөү бер нисә айға алдараҡ тамамланған. Дәүләт контрактына ярашлы, балалар баҡсаһы буйынса төҙөлөш эштәре быйыл ноябрҙә генә тамамланырға тейеш ине», — тип хәбәр иттеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәҙер төҙөүселәр Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә һалынған балалар баҡсаһы биләмәһен төҙөкләндерә. Объект төбәккә 124 миллион һумға төшкән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика