11:20 (UTC+5), 01 Августа 2019

Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе 16 августа Өфөлә уҙа

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан уҡытыусылары 16 августа мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенә йыйыла. Быйыл ул Өфөлә була. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә 1 сентябргә 9 яңы мәктәп асылыуын, шулай уҡ планлаштырылған 21 мәктәптең унауһы төҙөлөп бөтөүен һөйләне. Белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә быйыл 1 миллиард 36 миллион һум бүленгән. Был сумма уҙған йылдар күләменән күберәк. Әйтәйек, былтыр ошо маҡсатҡа 714 миллион һум йүнәлтелгән. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта федераль аҡсаға һалынған 3 яңы мәктәп 300 миллион һумға яңы ҡорамал алған.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, республиканың барлыҡ мәктәптәре 1 сентябргә йылы бәҙрәфтәр менән йыһазландырыла, ҡалған 594 мәктәп йылы санузелдар менән тәьмин ителә. Бының өсөн бюджет 161 миллион һум тотонған. Шуға бәйле Радий Хәбиров ошо теманы шәхси контролдә тотҡанын һәм, ниһайәт, балаларыбыҙҙың ҡышҡыһын һыуыҡта һалҡын бәҙрәфтәргә йөрөмәйәсәген әйтте.
2019 йылда дөйөм суммаһы 38,1 миллион һумлыҡ 43 мәктәп спортзалы төҙөкләндерелә.
«Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда 133 «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге булдырыла. Ауыл мәктәптәрендә технология, ОБЖ һәм информатика кабинеттары яңы ҡорамал менән йыһазландырылған. 63 мәктәптә локаль селтәр һәм 2-шәр компьютер класы була, ә ике йыл дауамында республиканың барлыҡ мәктәптәрен киң һыҙатлы интернет менән йыһазландырыу күҙаллана», — тип билдәләне Айбулат Хажин.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уҡыусыларҙың именлеген тәмин итеүгә иғтибарын йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, янғын хәүефһеҙлеге, мәктәпте һаҡлау менән бәйле мәсьәләләр даими контроль аҫтында булырға тейеш.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһенә барлыҡ мәктәп директорҙарын саҡырырға һәм конференцияны уҙғарыу форматын уйларға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика