06:31 (UTC+5), 01 Августа 2019

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан, ямғыр һәм елдең тиҙлеге 21-26 метрғаса етеүе хаҡында иҫкәртә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 1 августа, көндөң беренсе яртыһында республикала урыны менән 500-1000 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы томан шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш бирә.
«Юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһына ярашлы, ҡурҡыныс аварияларҙың өстән беренән ашыуына тап томанда күреү мөмкинлегенең кәмеүе сәбәпсе. Томан шарттарында йөрөтөү стажы һәм хатта иң шәп автомобилдәрҙең техник мөмкинлектәре фажиғәнән араламауы ихтимал. Томанда хәрәкәт иткәндә уң яҡтан барырға, ҡаршы һыҙат буйынса уҙмаҫҡа кәрәк», — тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
1 августа Башҡортостанда көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен, елдең тиҙлеге секундына 21-26 тиклем етеүе фаразлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика