06:16 (UTC+5), 31 Июля 2019

Йылайыр районында урман янғынының майҙаны 76 гектарға еткән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Кисә Йылайыр районының Юлдыбай участка урмансылығы биләмәһендә сыҡҡан янғындың майҙаны 15 гектарҙан 76-ға тиклем артҡан.
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә баҫыу яна башлаған, аҙаҡ ут башҡа категориялы ерҙәрҙән урман фондына күскән.
Әле янғынды һүндереүгә 70 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һүндереүселәр, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ утҡа ҡаршы көрәшә.
Урманға янғыны хәүефе янаған осраҡта шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәте телефонына (347) 218-14-14) йәки Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика