15:32 (UTC+5), 31 Июль 2019

ЮХХДИ сайты Рәсәй юлдарындағы бөтә камераларҙың картаһы баҫылып сыҡҡандан һуң эшләүҙән туҡтаған

Дмитрий Феоктистов / ТАСС
Дмитрий Феоктистов / ТАСС
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт автоинспекцияһының рәсми сайты юл камералары урынлашҡан карта баҫылып сыҡҡандан һуң эшләүҙән туҡтаған.
«Хөрмәтле сайт менән файҙаланыусылар, әлеге ваҡытта Рәсәй Эшке эштәр министрлығының интернет-сайтын камиллаштырыу эштәре алып барыла», — тиелә ЮХХДИ сайты белдереүендә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ТАСС агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, өҙөклөк ил юлдарындағы теркәү камералары картаһы баҫылған яңы бүлек менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуы менән бәйле.
31 июлдә Дәүләт автоинспекцияһы сайтында яңы интерактив бүлек һынау режимында эшләй башланы, унда Рәсәйҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү өсөн фото һәм видео төшөрөү функцияларына эйә махсус техник сараларҙың урынлашҡан урындары хаҡында мәғлүмәт тупланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика