08:30 (UTC+5), 31 Июль 2019

Республикала демографик түбәнәйеү – йыл башынан төбәктә 19,6 мең бала тыуған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республикала 2019 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса төп демографик күрһәткестәр билдәләнде.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, быйыл алты айҙа төбәктә тыуымдың кәмеүе билдәләнә, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 4808 кеше тәшкил иткән. Башҡортостанда йыл башынан 19 622 бала донъяға килгән, ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3540 сабыйға аҙыраҡ.
Билдәләгән осорҙа 24 430 кеше үлгән. Былтыр был һан 1548 кешегә күберәк булған. Дөйөм үлем структураһында, элеккесә, алдынғы урынды ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары биләй. Яман шештән үлем осраҡтарының аҙайыуы билдәләнә. Республикала үлем күрһәткесен кәметеү өсөн төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлектәрен ҡайтанан медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу алып барыла, башланғыс стадияла онкологик ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса саралар уҙғарыла – ул смотр кабинеттары, флюорография, төрлө профҡарауҙар, иртә стадияла бер яман шеш осрағын асыҡлаған өсөн 5000 һум күләмендә дәртләндереү түләүҙәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика