06:27 (UTC+5), 30 Июль 2019

Республика делегацияһы «iВолга» форумында һабантуй менән таныштырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «iВолга-2019» йәштәр форумында Башҡортостандың сағыу презентацияһы уҙҙы. Йәштәр һабантуй ойошторҙо һәм төбәктең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне, шулай уҡ һәммәһен дә ысын башҡорт балы менән һыйланы. Ә кисен йәш новаторҙар «Матур» популяр йәштәр төркөмө ҡатнашлығында концерт ҡуйҙы. Төркөм башҡорт телендәге иң дәртле йырҙарын башҡарҙы. Ҡунаҡтар араһында тотош Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар бар ине. Ошо көндәрҙә йәштәр үҙ проекттарын яҡлап бөттө. Башҡортостандан – фәндең һәм техниканың төрлө өлкәләрендә 115 эш. 29 ғаризаның финалға үткәне билдәле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «iВолга-2019»-ҙың бүләк фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Иң яҡшыларға үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, шулай уҡ форум эше йомғаҡтары буйынса лауреаттарға махсус наградалар тапшырыла, улар араһында Байконурға сәфәр, бөтә Рәсәй мәғариф форумдарында ҡатнашыу һәм башҡалар бар. 30 июлдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығында округтың «iВолга-2019» йәштәр форумын ябыу тантанаһы була.
Быйыл Волга буйы федераль округының Йәштәр форумы яңыса уҙҙы. Фестивалдә ун смена эшләй, уларҙың йөкмәткеһе дәүләт йәштәр сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәрен сағылдыра: «Киләсәк фәне һәм мәғарифы», «Агрополис», «Һин – эшҡыуар», «PROспорт», «Инфоgram», «Илдең еңеүҙәре – быуындарҙың ғорурлығы», «ХеҙмәтШәп!», «Илдең йәштәр командаһы», «Мәҙәни БУМ!», «iVolga International».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика