13:51 (UTC+5), 30 Июля 2019

Музыка һөйөүселәрҙе Өфө амфитеатрына «1000 музыкант көнө»нә саҡыралар

ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 августа Өфөлә Рәсәйҙәге иң күләмле музыкаль флешмоб — «1000 музыкант көнө» ойошторола. «Торатау» конгресс-холы янындағы ҡала амфитеатры майҙанында музыканттар сығыш яһай.
Июндә ойоштороусылар командаһы фестивалдең яңы стиле менән таныштырғайны. Һәр ҡатнашыусының бушлай үҙ фотоһы менән афиша алыу, шулай уҡ шәхси логотибын эшләү мөмкинлеге бар.
Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән Metalliсa төркөмөнөң концерты ойоштороусыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған, шуға күрә өсөнсө трек итеп тап ошо легендар коллективтың йырын алырға хәл ителгән.
d1000m-2019-ҙың тректар исемлеге:
— Bon Jovi — It's My Life
— Queen — We Will Rock You
— Metallica — Enter Sandman.
2019 йылдың өс композицияһынан тыш, ҡатнашыусылар уҙған ике йылдың дүрт йырын башҡара (тауыш биреү ваҡиғаның рәсми төркөмөндә бара — https://vk.com/d1000m). Сара көндөҙгө 2-лә башлана.
Көнө буйына сәхнәлә ҡаланың кавер-төркөмдәре сығыш яһай, ә майҙансыҡтағы музыканттар яратҡан йырҙарына ҡушылып уйнай ала. Тәүге синхронлы башҡарыу - сәғәт 4-кә, икенсеһе 7-гә билдәләнгән. Сара киске 10-ға тиклем бара. Ҡунаҡтарҙы бағыусыларҙан оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар көтә.
«Төп идея — ҡалабыҙҙа һәләтле кешеләрҙең күп икәнлеген күрһәтеү. Ҡатнашыусыларҙы йыйыу әүҙем бара. Илдең иң ҙур рок-төркөмө составына инеү өсөн анкета тултырырға кәрәк. Теркәлеү 20 авгусҡа тиклем асыҡ. Унда ҡалала йәшәүселәр генә түгел, Өфөгә килергә әҙер булған һәр кем ҡатнаша ала», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Проекттың рәсми сайтында теркәлергә мөмкин — d1000m.com.
Ойоштороусылар — Business FM Өфө һәм «Өфө уттары» комплексы. Өфөлә сара өсөнсө тапҡыр үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика