13:16 (UTC+5), 30 Июль 2019

Башҡортостанда иҫке ауыл хужалығы техникаһына ҡулланыу табылды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда үҙ ваҡытын эшләгән ауыл хужалығы техникаһына ҡулланыу табылды, тип хәбәр иттеләр төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Нефтекама күп профилле колледжының Яңауыл филиалына «Үҙәк» МТС-ы иҫәптән сыҡҡан узелдарҙы, агрегаттарҙы һәм двигателдәрҙе тапшырҙы. Шул рәүешле, иҫке ауыл хужалығы техникаһы уҡыу кластарында икенсе ғүмер ала.
Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, ауыл хужалығы техникаһы узелдары, агрегаттары һәм двигателдәре үҙ ресурстарын бөтөрөүгә һәм республика баҫыуҙарында ҡулланыла алмауҙарына ҡарамаҫтан, уларҙы еңел генә уҡыу макеттарына һәм уҡытыу-лаборатор стендтарына үҙгәртеп ҡорорға мөмкин. Тимәк, буласаҡ механизаторҙарҙы әҙерләгәндә улар файҙа килтерәсәк әле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика