06:19 (UTC+5), 26 Июля 2019

«Йәйләү» этно-фестивалендә ҡатнашыусыларҙы «Ҡымыҙ миле» һәм «Суҡмар атыу» көтә

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында буласаҡ «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙ этно-фестивале сиктәрендә «Һыра миле» ярышына оҡшатып эшләнгән «Ҡымыҙ миле» үтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәү сиратта милде үтеү тиҙлеге баһаланасаҡ. Ҡатнашыусылар йүгереү алдынан бер тигеҙ күләмдә ҡымыҙ эсергә тейеш. «Ҡымыҙ миле»н беренсе үтеүсе бер йәшник ҡымыҙ менән бүләкләнә.
Бынан тыш, теләгән һәр кем ике көс ярышында – «Суҡмар атыу»ҙа һәм мас-рестлингта ҡатнаша ала.
Суҡмар – 20 килограмм ауырлыҡтағы күҫәк, уны мөмкин тиклем алыҫҡа ырғытырға кәрәк.
Мас-рестлинта еңеү өсөн аяҡ менән таҡтаға терәлеп, ярышташтың ҡулынан таяҡты тартып алырға кәрәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале 27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромында үтә. Байрамға Башҡортостан райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр йыйыла, улар Өфөгә үҙ продукцияһын алып килә. Сарала ҡымыҙ бешеүселәр йыйылышы һәм уҡытыу үтә. Шулай уҡ улар үҙенең ҡымыҙын республикала иң яҡшыһы тип атау хоҡуғына бәйгелә көс һынашасаҡ.
Этно-фестиваль тураһында тулыраҡ – «Йәйләү»ҙең рәсми сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика