04:11 (UTC+5), 26 Июля 2019

Радий Хәбиров Башҡортостандың күпселек райондарында янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарҙы

Елена Колоколова
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урман янғындары менән хәлдең тотороҡланыуы, түбән класс янғын хәүефе урынлашыуы менән бәйле республиканың күпселек райондарында янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарырға бойорҙо. Бойороҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарына ҡағылмай.
Ошо район хакимиәттәренә янғынға ҡаршы махсус режим тамамланғансы «янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күреүҙе дауам итергә» кәңәш ителә, тип билдәләнә Башҡортостандың Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған республика хөкүмәте бойороғонда.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Хәйбулла районында инде нисәнсе көн ғәҙәттән тыш – бишенсе класс янғын хәүефе һаҡлана. Урмандарҙа юғары – дүртенсе класс янғын хәүефе Йылайыр, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында фараз ителә.
Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала бөтәһе 146 урман янғыны сыҡҡан. 1858 гектарҙан ашыу урман биләмәһе янған.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо көнгә төбәктә 106 тәбиғи янғын иҫәпләнгән, уттан 784 гектар урман зыян күргән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика