14:37 (UTC+5), 25 Июль 2019

Радий Хәбиров Шабалиндарҙың күп балалы ғаиләһе тураһында: Мин дуҫтарым менән күрешергә килдем

Фото: Азат Ғиззәтуллин
Фото: Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика етәксеһе Дәүләкәндә эш сәфәре менән булғанда 10 бала тәрбиәләгән Шабалиндар ғаиләһенә инергә ваҡыт тапты.
Был ғаиләнең Радий Хәбиров менән танышыуы февраль айына барып тоташа. Ул мәлдә унынсы балаһын табырға йыйынған Светлана Шабалинаны Республика клиник дауаханаһы ҡабул итмәгән һәм 4-се балалар табыу йортона ебәрергә уйлағандар. Аптыранған әсә килеп тыуған хәл тураһында Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙып ебәргән. Ул, үҙ сиратта, яҙманы күреп, ярҙамсыларына бойороҡ биргән. Светлананы РКД бала табыу йорто ҡабул иткән һәм ул унда Устинья исемле ҡыҙ тапҡан.
Бөгөн Радий Хәбиров ғаиләгә бүләктәр тотоп килгән.
«Мин дуҫтарым менән күрешергә килдем», — тип белдерҙе төбәк етәксеһе һәм ғаиләнең торлаҡ шарттары, балалар баҡсаһында урын алыу, лагерҙа ял итеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Журналистар менән әңгәмә барышында Светлана менән Вячеслав Шабалиндар үҙҙәренең ғаиләһендә биш малай һәм биш ҡыҙ тәрбиәләнә тип белдерҙе.
17 йәшлек Данил тимер юл техникумында уҡый, 14 йәшлек Варвара — спортсы, ҡул көрәше буйынса республика призеры. Туғыҙ йәшлек Арсений вокал менән шөғөлләнә, һигеҙ йәшлек Пелагея — беренселә уҡый, ете йәшлек Василиса тиҙҙән мәктәпкә барасаҡ. Артабан биш йәшлек Ярослав, дүрт йәшлек Ульяна, ике йәшлек Тимофей, йәш ярымлыҡ Савелий һәм биш айлыҡ Устинья килә.
«Беҙ Радий Фәрит улының килеүенә бик шатбыҙ. Дуҫтарҙы ҡунаҡҡа саҡырмайҙар, улар үҙҙәре белеп килә. Республикабыҙ етәксеһе беҙҙе онотмай һәм ярҙам итә - беҙ быға икеләтә ҡыуанабыҙ. Беҙ бының менән балаларыбыҙ кеүек ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ», — тине Светлана.
«Башинформ» агентлығы быға тиклем 2008 йылда Екатеринбургтан Башҡортостанға күсергә мәжбүр булған Шабалиндар ғаиләһе тураһында яҙған ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика