07:34 (UTC+5), 25 Июль 2019

Башҡортостанда туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

автор
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.23 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты туристик хеҙмәттәр күрһәтеү һорауҙары буйынса «ҡыҙыу элемтәгә» шылтыратыуҙар ҡабул итә. Кәрәкле ярҙамды һәм консультацияны Өфөләге (347) 218-09-78 телефоны буйынса алырға мөмкин.
«Путевка һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә, килешеү шарттары боҙолғанда компенсация ҡараламы, туристың ҡулланыу хоҡуҡтары боҙолһа нимә эшләргә, турҙың сифаты күҙалланғандан түбән булһа кем яуаплылыҡ тота? Был һорауҙарға Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренән яуап ала алаһығыҙ, — тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова. — Шәхсән мөрәжәғәт итеү һәм дәғүә проектын әҙерләү кәрәклеге килеп тыуғанда республикала йәшәүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13 адресы буйынса 703-сө бүлмәгә мөрәжәғәт итә ала».
Белгестәр аңлатыуынса, нәҡ хәҙер – юғары туристик миҙгел, шуға туристик путевкалар һатып алыу һорауҙары айырыуса көнүҙәк.
«Беҙҙең маҡсат – ҡулланыусыларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу һәм килешеү төҙөгәндә хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймау. Көтөп алынған ял боҙолорға тейеш түгел», — тип өҫтәне Сауҙа буйынса дәүләт комитеты баш белгесе-эксперты Оксана Сафина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика