11:02 (UTC+5), 24 Июля 2019

Йәмәғәт палатаһы: Башҡортостандың балалар лагерҙарында хәүефһеҙлек талаптары үтәлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары был йәйҙә Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарын тикшерҙе. Улар материаль-техник хәлде, тәрбиә эшен, балаларҙың йәшәү шарттары менән бер рәттә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен ҡараны.
Йәмәғәт палатаһы бөтәһе 103 лагерҙың 24-тен тикшергән һәм уларҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлә тип белдерә. Хабаровск крайында палаткалы лагерҙа дүрт бала үлеменә килтергән янғындан һуң был тема бик актуаль булып тора. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса унда 26 палатканың 20-һе янған, лагерҙа 189 бала булған.
Республика Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлек һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы рәйесе Лида Исаргакова белдереүенсә, Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарындағы ял хәүефһеҙлеге шик тыуҙырмаған.
«Беҙ лагерҙарҙың хәүефһеҙлеген үҙебеҙҙең кимәлдә генә тикшерҙек. Смена асыу алдынан лагерь етәкселеге Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Эске эштәр министрлыҡтарының рөхсәтен алырға тейеш. Йәмәғәтселәр быларҙың барыһын да ентекле тикшерә алмай, шулай ҙа мин, үҙ сиратымда, лагерға ингәндә элементар әйберҙәргә иғтибар иттем. Периметр тулыһынса кәртәләнгәнме, видеокүҙәтеү ҡуйылғанмы, лицензиялы медпункт, тәүлек әйләнәһенә эшләгән медик бармы, махсус һаҡ хеҙмәте ойошторолғанмы – ошоларҙы күҙ уңында тотам. Мин лагерь биләмәһенә документ күрһәтеп индем һәм хакимиәт вәкиле оҙатыуында йөрөнөм. Шулай итеп мин йәмәғәтсе һәм ябай кеше йәһәтендә был лагерҙарҙа барыһы ла көйлө һәм хәүефһеҙлек тулыһынса үтәлә тип белдерәм», — тине Лида Исаргакова. http://www.bashinform.ru/news/1333604-obshchestvennaya-palata-v-detskikh-lageryakh-bashkirii-soblyudeny-trebovaniya-bezopasnosti/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика