09:05 (UTC+5), 23 Июля 2019

Табипҡа яҙылыу өсөн мобиль ҡушымта эшләй башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. Ул «Һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу» милли проекты нигеҙендә сафҡа инде тип хәбәр итә төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ҡушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының учет яҙмаһы логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең нығытылған медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт менән танышырға була.
Шәхси кабинет белгес табиптарҙың эш теҙмәһе менән танышырға; медицина учреждениеһы тураһында белешмә алырға; үҙең нығытылған дауахана, мотлаҡ страховкалау полисы буйынса мәғлүмәт; йәшәгән урын буйынса участок табибын табыу; электрон медицина картаһын ҡарау мөмкинлеген бирә. «Медицинская карта» бүлегендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып күрһәтелгән бар медицина хеҙмәттәрен һәм уларҙың хаҡын тикшерергә мөмкин. Мобиль ҡушымтаны телефонға ҡуйыу өсөн itunes йәки Google play ҡулланығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика