11:15 (UTC+5), 23 Июля 2019

Дәүләкән ҡалаһында йырын урынында 6 миллион һум аҡсаға сквер ҡорғандар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәйҙән һуң Дәүләкән районына йүнәлде. Дәүләкән ҡалаһында ул Баҡса урамындағы скверҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны.
Ҡала биләмәһе башлығы Вячеслав Гапоненко һүҙҙәре буйынса, элек был урын ташландыҡ хәлдә булған, йырындан бысраҡ һыуҙар аҡҡан. Урындағы халыҡ мөрәжәғәтенән һуң был йәмәғәт урынын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ситтән тупраҡ килтерелгән, тротуар плитәләре һалынған, эскәмйәләр һәм яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Быларҙың барыһына ла 5,8 млн һум аҡса талап ителгән. Сквер уртаһында Советтар Союзы герой Владимир Ферапонтов бюсы ҡуйыласаҡ. Ул Дәүләкәндең 2-се урта мәктәбе директоры булып эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышында пулемет расчеты командиры вазифаһын үтәгән, 1943 йылда һәләк булған.
Радий Хәбировҡа шулай уҡ Совет урамындағы Дан аллеяһы төҙөкләндереләсәк тип белдерҙеләр. Эштәр өсөн йәмғеһе 5,7 миллион һум аҡса талап ителә. Бар финанслау «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһына ярашлы башҡарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика