05:32 (UTC+5), 22 Июля 2019

Башҡортостанда иң матур ауыл билдәләнәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Республикала «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсына старт бирелде. Уны «БР Муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы ойоштора.
Конкурсты үткәреү маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡты үҙ биләмәләрендә урындағы тәғәйенләнештәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм абруйын күтәреү, тыуған төйәгеңә, ауылыңа ҡарата һөйөү уятыу, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу, ижади гражданлыҡ әүҙемлеген һәм башланғыстарҙы үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү.
Бәйгелә халҡы һаны 5000 кешегә барып еткән Башҡортостан ауылдары ҡатнаша ала. Улар йыйылышта конкурста ҡатнашабыҙ тигән ҡарар сығарырға тейеш, шулай уҡ муниципаль район етәкселеге тәҡдиме булыуы шарт.
Быйыл конкурс өс этапта уҙасаҡ. Беренсеһендә 1 августан 15 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул ителәсәк. Улар раҫланған положение буйынса баһаланасаҡ.
Ғариза менән бергә түбәндәгеләр талап ителә:
— ауыл тарихы (легендаһы);
— конкурс буйынса положениенан тулыһынса тултырылған критерийҙар таблицаһы;
— төҙөкләндереү буйынса эштәрҙең ҡыҫҡаса һүрәтләмәһе;
— ауыл халҡының биләмәгә эйә булыу һәм уны төҙөкләндереүгә һалған өлөшө формаһы;
— ауылдың һәм уның тирә-яғының фотоһүрәттәре.
Икенсе этап 2019 йылдың 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. Алынған нәтижә һәм беренсе этап йомғаҡтары менән менән конкурс комиссияһы биш ауылды билдәләйәсәк.
Өсөнсө этапта иң күп йомғаҡ баһаһын алыусылар араһынан еңеүселәр асыҡласанаҡ.
Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. I урын яулаусы ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы - 2019» яҙыулы стела ҡуйыласаҡ.
Ярышта ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма аппаратына ғариза бирергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 221-се каб. Һорауҙар менән (347) 280-85-09, (347) 280-81-82. телефондарына шылтыратырға.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы буйынса положение ассоциация сайтына ҡуйылған. Шунда уҡ ғариза формаһы һәм баһалау буйынса критерийҙар бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика