04:43 (UTC+5), 19 Июль 2019

Төбәк халҡын балалар майҙансыҡтары мониторингында ҡатнашырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ксения Зинова
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Зинова/.20-31 июлдә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙлек, уңайлы, таҙа һәм яҡын булыуы шарттарына мониторинг уҙғарыла. Тикшереү Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән берлектә республиканың муниципаль берәмектәрендәге йәмәғәт советтары һәм йәмәғәт палаталары ҡатнашлығында уҙа.
Проблемалы майҙансыҡтарҙың фотоларын республикала йәшәүселәр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының электрон адресына oprb2011@mail.ru ебәрә ала.
«Беҙ ихаталарҙа булған проблемаларҙы асыҡлай алабыҙ. Чиновниктар һәр урамға барып етмәҫ, төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендә булған йәмәғәт советтары республика халҡы менән берлектә мәғлүмәт йыя ала», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Мониторинг һөҙөмтәләре мәсьәләне хәл итеү өсөн Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына, муниципаль берәмек хакимиәттәренә ебәреләсәк.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика