15:36 (UTC+5), 19 Июля 2019

 Республика етәксеһе Николо-Березовкалағы «Никольский храм» комплексы менән танышты

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Краснокама районының Никола-Березовка ауылындағы «Никольский храм» тарихи-архитектура комплекс 1994 йылда булдырылған. Ауыл символы булып Свято-Никольский ҡорамы һанала. Уның настоятеле, протоиерей Алексей Тихонов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа экскурсия яһаны.
Ҡорам тарихы 1550 йылда тәүге ағас часовнянан башланған. Изге урындың хәҙерге бинаһы 1816 йылда исеме билдәһеҙ мастер проекты буйынса рус классицизмы стилендә төҙөлгән. 62 метрлыҡ ҡыңғырау манараһы Башҡортостандағы иң юғары дини ҡоролма булып һанала. Николай сиркәүе һәм уның Ленин урамындағы өлөшө XIX быуат тарихын күрһәтә һәм бының кеүек биналар республикала башҡа юҡ.
Радий Хәбиров иконалар тарихы менән ҡыҙыҡһынды һәм ҡорам ҡыңғырауҙары манараһына менеп төштө.
Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин Кама йылғаһының ҡорам урынлашҡан яр буйын төҙөкләндереү проекты менән таныштырҙы. Әйтергә кәрәк, Николо-Березовка ауылында 26 мәҙәни мираҫ объекты бар. Уларҙың күбеһе ныҡ иҫкергән һәм әлеге ваҡытта ҡулланылмай. Шулай ҙа был юҫыҡтар эштәр башҡарыла. Бер нисә архитектура ҡомартҡыһын район һәм шәхси эшҡыуарҙар тергеҙгән һәм айырым шарттар менән ҡуртымға алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика