08:06 (UTC+5), 19 Июля 2019

Өфө студенты «Территория смыслов» бөтә Рәсәй конкурсында грант еңде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө дәүләт нефть-техник университетының беренсе курсында уҡыусы Тимур Мәннәнов «Территория смыслов» бөтә Рәсәй йәштәр белем алыу форумында оло еңеүгә өлгәште. Ул химия буйынса юниорҙар араһында республика олимпиадаһы үткәреү проекты менән уңышлы сығыш яһаны һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Форум Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһы янындағы Сенеж күле янында 5-11 июлдә үтте.
«Һәр яҡшы проект артында уны булдырыусыларҙың берҙәм командаһы тора. Мин форумда Олимпиада хәрәкәтенең уҡытыусылар ассоциацияһы командаһын күрһәттем. Беҙҙең эш республика уҡыусыларын химия олимпиадалары аша үҫтереүгә арналған» — тип һөйләне Тимур Мәннәнов.
Быйыл форумға бар Рәсәйҙән 1000-дән ашыу кеше йыйылған. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәргән грант конкурсында төрлө өлкәләге киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә проекттар ҡатнашты. Улар араһынан 26 йүнәлешкә дөйөм алғанда 6 млн һумға яҡын сумма тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика