13:47 (UTC+5), 19 Июля 2019

Өфөлә 200-ҙән ашыу бала талпандар тешләүгә зарланған

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы төбәк Роспотребнадзоры мәғлүмәтен һылтанып 18 июлгә ҡарата Өфө медицина учреждениеларына талпан тешләне тип 646 кеше, шул иҫәптән 222 бала мөрәжәғәт иткән тип хәбәр итә. Быйыл балалар һаны кәмерәк: былтыр 834 кеше, шул иҫәптән 342 бала табиптарға күренгән.
Быйыл талпан вируслы энцефалиты менән ауырыусылар булмаған, 2018 йылда ике осраҡ теркәлгән. Шулай ҙа 2019 йылдың тәүге яртыһында Өфөлә талпан боррелиозы менән 9 кеше зарарланған, улар араһында балалар юҡ. «Баш ҡала биләмәһендә 1356,9 гектар майҙанда акарицид эшкәртеүе үткәрелгән, был планға ҡарата 110%», — тип хәбәр итә ведомство.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әҙерләгән мәҡәләлә нисек итеп талпандарҙан һәм энцефалиттан һаҡланырға, ҡайҙа привика яһатырға һәм табып алынған талпанды ҡайҙа алып барырға кәңәштәр бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика