05:18 (UTC+5), 18 Июль 2019

Путин Өфөлә янып киткән самолетты ултыртҡан пилоттарҙы бүләкләне

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Рәсәй Президенты Владимир Путин уҙған йылдың авгусында двигателе янып киткән Red Wings авиакомкомпанияһының пассажирҙар самолетын Өфөгә ултыртҡан экипажды бүләкләне. Ошо хаҡта Бишенсе канал хәбәр итә.
Һауа карабы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Бортпроводниктар Евгения Егошина, Петр Михайлов, Ларита Мурадова һәм Руслан Тимербаев Нестеров миҙалына лайыҡ булды.
Президент указында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре тураһында әйтелә.
2018 йылдың 22 авгусында, Өфө – Сочи рейсын башҡарған, Red Wings авиакомпанияһы лайнеры осоп киткәс бер нисә минуттан һул яҡтағы двигателе янып китеү сәбәпле Өфө аэропортына ултыра. Уның эсендә 202 пассажир, шул иҫәптән 41 бала була. Уларҙы самолетты ултыртҡандан һуң ете минут эсендә ҡотҡаралар.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 19 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Ред Вингс» авиакомпанияһының ТУ-204 самолеты экипажына һөнәри оҫталыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика