05:14 (UTC+5), 18 Июля 2019

Башҡортостанда алдағы өс көндә 30 градуслыҡ эҫе көтөлә

Фото: Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Республикала алдағы өс көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән эҫе һауа торошо күҙаллана. Башгидрометүҙәк белдереүенсә, 18 июлдә, кесе йомала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы һәм йәшенле ямғырҙар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ 25-30 градус, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡа етәсәк. Иртәнсәк автомобиль юлдарының айырым урындарына томан төшөүе мөмкин, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, елдең тиҙлеге секундына 14 метрға етеүе көтөлә.
19 июлдә, йомала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ҡайһы берендә төньяҡтан буласаҡ, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Төндә 17-22, көндөҙ 25-30, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡаса эҫетәсәк.
Шәмбелә, 20 июлдә иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көньяҡ-көнсығышта ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле, боҙ борсаҡлы ямғырҙар ҙа яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән төньяҡтан талғын иҫәсәк, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Һауа температураһы төндә 13-18, көньяҡ-көнсығышта 22, көндөҙ 23-28, көньяҡ-көнсығышта 33 градусҡа етәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика