12:23 (UTC+5), 18 Июля 2019

Башҡортостанда 2019 йылдың 6 айында халыҡ үлеме кәмегән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.Башҡортостанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың тәүге алты айында халыҡ үлеменең кәмеүе күҙәтелә. Йыл башынан был күрһәткес республикала 12,2 промилле тәшкил иткән, ул былтырғынан 0,2-гә аҙыраҡ. Дөйөм үлем күрһәткесе халыҡтың уртаса йыллыҡ иҫәбенән дөйөм үлгәндәр һанының нисбәте менән иҫәпләнә. Был нисбәт 1000-гә ҡабатлана һәм промиллелә иҫәпләнә. Бөтә илдәрҙә тиерлек тыуым кимәле һәм үлем кимәле 1000 кешегә берәмектә үлсәнә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин сираттағы «Һаулыҡ сәғәтендә» быйыл 1 598 кеше ғүмерен һаҡлап ҡалып булды тип билдәләне. Беренсе ярты йыллыҡта республикала бөтәһе 24 380 кеше үлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика