11:51 (UTC+5), 16 Июля 2019

Башҡортостанда көслө ел һөҙөмтәһендә 50-нән ашыу йорт һәм йорт-ҡаралтыһы зыян күргән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә 15 июлдә кисен көслө ел сәбәпле Яңауыл районының Мәсәғүт ауыл советы ҡарамағындағы Тау һәм Түбәнге Сат тораҡ пункттарында шәхси хужалыҡтарҙың ҡыйығы емерелеүе тураһында хәбәр килә.
Ваҡиға урынына «Башҡортостан буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 26-сы отряды» көстәре һәм саралары йүнәлтелә. Тауҙа һигеҙ йорттоң һәм 16 йорт-ҡаралтының ҡыйығы зыян күргән. Түбәнге Сатта 15 йорттоң һәм 20 йорт-ҡаралтыһының өлөшләтә ҡыйығы емерелгән. Күбеһенсә шифер биттәре ватылған.
«Һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Яңауыл районы ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комисияһының күсмә ултырышы үтте», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Хәл республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Мәсәғүт ауыл советы хакимиәте контролендә ҡала.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика