Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 13:54
Ялдарҙа Башҡортостанда +39 градусҡаса эҫелек, киҫкен ел һәм йәшенле ямғырҙар көтөлә
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртә. 13 июлдә көндөҙ төбәктең көньяҡ-көнсығышында +39 градусҡа тиклем еткән эҫелек көтөлә. Йәшенләп ямғыр яуасаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк.
Синоптиктар әйтеүенсә, республикала аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төньяҡ-көнбайышта ҡойма ямғырҙар яуһа, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа боҙ борсағы яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк. Температура төндә +16,+21 градус, көндөҙ +24,+29, республиканың көньяҡ-көнсығышында +34,+39.
Автомобиль юлдарының айырым урындарында төндә һәм иртәнсәк томан төшәсәк. Күреү мөмкинлеге - 500 метр һәм унан кәмерәк.
http://www.bashinform.ru/news/1329433-zhiteley-bashkirii-v-vykhodnye-ozhidaet-silnaya-zhara-do-39-gradusov-shkvalistyy-veter-i-grozy/
Теги:
мчс по рб
предупреждение
Читайте нас: