Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 10:03

Эльвира Айытҡолова: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – ул асыҡ система

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – асыҡ система тигән фекерҙә. Ул ойошманың киң мәғлүмәт саралары менән мөнәсәбәт буйынса «түңәрәк өҫтәл» мәлендә: «Беҙ үҙебеҙҙең рәттәрҙә башҡорт халҡы файҙаһына эшләргә теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ», - тип белдерҙе. «Мәғлүмәт технологиялары быуатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы проект офисы форматында эшләргә һәм төрлө идея-тәҡдимдәрҙе ҡабул итергә тейеш. Беҙ республикаға үҙенең реаль эштәре менән файҙа килтереүселәрҙе ҡыуанып ҡаршы алырбыҙ. Тик берҙәм булып ҡына беҙ ҡоролтай алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алабыҙ», — тип белдерҙе ойошма етәксеһе һәм журналистарҙы инициативалы булырға саҡырҙы.
Эльвира Айытҡолова республиканың киң мәғлүмәт саралары етәкселәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Уларҙың иҫәбендә быйыл көҙгөһөн РФ субъекттарында уҙасаҡ Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәм республикала ойоштороласаҡ «Айыҡ ауыл-2019» бар.
Ҡоролтай лидеры үҙенең телмәрендә матбуғатта был проекттарға тематик рубрикалар, айырым гәзит биттәре арнарға, ситтә үткәрелгән сараларҙа беҙҙең милли гәзит-журналдарҙы күрһәтергә, сит төбәктәрҙә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. «Бергә эшләүҙең бындай форматы беҙҙең осрашыуҙарҙы һөҙөмтәлерәк итәсәк», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, журналист Тәнзилә Үлмәҫбаева Эльвира Айытҡолованың һүҙен ҡеүәтләп сығыш яһаны. Ул әлеге ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәттә йоғонтоһо ҙур һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был ҡоралды ҡулланырға тейеш тип белдерҙе.
«Ойошманың проекттары нисек кенә грандиоз булмаһын, киң мәғлүмәт сараларынан тыш уларҙың әһәмиәте күпкә түбән буласаҡ. Беҙ быны аңлайбыҙ һәм барыһына ла тулыһынса асыҡбыҙ тип белдерәбеҙ. Беҙ һәр тәҡдимде ҡарарға әҙербеҙ», — тип үҙ фекерен коллегаларына еткерҙе.
Үҙ сиратында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эше объектив яҡтыртылырға һәм тапшырылған мәғлүмәт барыһына ла етергә тейеш тип белдерҙе. «Ҡоролтайға үҙ эшендә телевидение, гәзит-журналдарҙан тыш, интернетты ла әүҙем ҡулланыу зарур», — тине ул.
Аҙаҡтан Борис Мелкоедов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының саралары медиапланын төҙөргә тәҡдим итте. Ул һәр ваҡыт яңыртылырға һәм барыһы ла инеп ҡарарлыҡ булырға тейеш.
Читайте нас: