09:36 (UTC+5), 12 Июля 2019

Дыуан районында яңы модулле ФАП асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11 июлдә Дыуан районының Һикәяҙ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылыуы тураһында хәбәр итте. 65 квадрат метр майҙанлы бинала хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында фельдшер ҡабул итеү, процедуралар, прививкалар яһау, күҙәтеү, санитар-көнкүреш кабинеттары, электр щиты урыны, килеүселәр көтөп ултырыу өсөн бүлмә бар. Пункт тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған: электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, стерилизатор, тонометр, гинекологик кресло, дарыу өсөн һыуытҡыс бар.
«ФАП-ты төҙөү һәм монтажлау, электр үткәреү, кәрәкле йыһаздар, мебель һатып алыу республика бюджеты иҫәбенә башҡарылды. Район хакимиәте һыу һәм канализация үткәрҙе, — тип хәбәр итте ведомство вәкиле. — Фельдшер-акушер пункты Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә асылды».
Хәҙер Һикәяҙ ауылы ФАП-ында 916-нан ашыу кеше, шул иҫәптән 230 балаға беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк. Әйтергә кәрәк, Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды. http://www.bashinform.ru/news/1329428-v-duvanskom-rayone-bashkirii-otkrylsya-novyy-modulnyy-fap/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика