10:02 (UTC+5), 11 Июля 2019

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла Өфө циркы яҙмышы өсөн борсола. Бының турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Владимир Шемякин менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика йортондағы осрашыуҙа Өфө дәүләт циркы бинаһын тергеҙеү һәм цирк сәнғәтен үҫтереү һорауҙары ҡаралды тип хәбәр иттеләр төбәк башлығы матбуғат хеҙмәтенән.
«Беҙ дәүләт циркының артабанғы яҙмышы тураһында ныҡ борсолабыҙ. Кешеләр ҙә уның тураһында гел һорайҙар, — тине Радий Хәбиров. — Беҙ был һорауҙа һеҙҙең ярҙамды көтөп ҡалабыҙ. Өфө кеүек миллионлы ҡалала бының кеүек объектты яңынан ебәреү мөһим эш булып тора».
Владимир Шемякин, үҙ сиратында, «Росгосцирк» алгоритм булдырҙы һәм уның буйынса Өфө дәүләт циркы бинаһы тергеҙеләсәк тине. Әйткәндәй, был һорау Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийға ла еткерелде, ул проектҡа ризалығын бирҙе. Хәҙер республикаға бинаны һәм ярҙамсыл бүлмәләрҙе тергеҙеү буйынса проект документтарын әҙерләргә тәҡдим ителде. Быға шулай уҡ эргә-тирә биләмәне лә тәртипкә килтереү ҙә инә. Тергеҙеү ремонты «Росгосцирк» иҫәбенә башҡарыласаҡ. Алдан билдәле булыуынса, бар сығымдар 1 млрд һум тирәһе тәшкил итәсәк. БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, цирк янын тәртипкә килтергәндә парк зонаһы ла булдырыласаҡ.
Белешмә
Өфө дәүләт циркы — «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» филиалы — 1968 йылдың ноябренән бирле эшләй. Цирктың бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып торһа ла ныҡ туҙған, ремонт-тергеҙеү эштәре талап ителә. 2017 йылда Өфөнөң Октябрь районы суды ҡарары менән тергеҙеү эштәре тамамланғансы һәм тамашасылар залының ҡыйығы конструкциялары тулыһынса алмаштырғанға тиклем бина менән ҡулланыу тыйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика