06:55 (UTC+5), 11 Июля 2019

Өфөлә йәшәгән ғаилә туйҙарының 70 йыллығын билдәләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Баш ҡалала йәшәгән Екатерина һәм Виталий Волковтар бик һирәк осраған ғаилә байрамын – туйҙарының 70 йыллығын ҡаршыланы. Уларҙы был матур ваҡиға менән балалары, туғандары, дуҫтары һәм Калинин районы хакимиәте вәкилдәре ҡотланы.
«Волковтар ғаиләһендә биш бала: Николай, Георгий, Владимир, Вячеслав һәм Алина тыуып үҫкән. Өйҙәрендә һәр ваҡыт йылы һәм күңелле, 8 ейән-ейәнсәр менән 6 бүлә-бүләсәр ҡыуаныс килтерә», - тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
70 йыл бергә булыу бик һирәктәр иңенә тура килә. Шулай ҙа донъяла рекорд ҡуйыусылар бар. Әзербайджандың таулы районында йәшәгән Агаевтар бер быуатлыҡ ғаилә юбилейын ҡаршылап, платина йәки ҡыҙы туй уҙғарған. Ғаилә башлығы Нифтулаға ул мәлдә 126 йәш тулған, ҡатыны Балбеим иһә 116-сы йәшен ҡаршы алған булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика