16:24 (UTC+5), 11 Июль 2019

Өфөлә тарихсы һәм этнолог Риф Яҡупов мәрхүм булған

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың фән донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Бөгөн, 11 июлдә билдәле тарихсы-этнолог, тарих фәндәре докторы, профессор Риф Яҡупов яҡты донъянан киткән. Бының турала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан хәбәр иттеләр.
Риф Исмәғил улы Яҡупов 1959 йылдың 6 авгусында Стәрлетамаҡта тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң мәктәптә, юғары уҡыу йортонда эшләгән. Үлеменә тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр вазифаһын атҡарҙы.
Риф Исмәғил улы Волга-Урал тарих-этнография өлкәһе халыҡтарының этногенезын һәм этник тарихын тикшерҙе. Ул шулай уҡ этнос теорияһы, тарих методологияһы, ислам тикшереү кеүек тармаҡтарҙы ла өйрәнде. 178 фәнни нәшер эше, 11 уҡыу-методик әсбап авторы. Ғалим етәкселегендә һәм ҡатнашлығында күп этнографик экспедициялар уҙғарылған.
Мәрхүмде һуңғы юлға йома көндө, 12 июлдә иртәнге сәғәт 10-да Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында (адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 5-се йорт) оҙатасаҡтар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика