05:19 (UTC+5), 08 Июля 2019

Ҡурайсы Земфира Рәшитова үҙенең проектын ғәмәлгә ашырыуға 650 мең һум грант отто

Земфира Рәшитова,ВК
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Өфө ҡурайсыһы Земфира Рәшитова башҡа еңеүселәр иҫәбендә «Таврида 5:0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының гранттар конкурсында еңде. Ул үҙенең «Miss International Ufa» республика этник матурлыҡ һәм талант фестивален ғәмәлгә ашырыуға 650 мең һум отто.
«Мин шатмын! Тап йәштәр араһында милләт-ара мөнәсәбәттәргә ярҙам итеү мөһимлеген хуплаған һәм аңлаған Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ белгестәренә рәхмәт!», — тип Земфира социаль селтәрҙәге аккаунттарында үҙенең еңеүе тураһында яҙған.
Автор аңлатыуынса, фестиваль сиктәрендә бер нисә сара – конкурс, этнотур, оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Конкурста төрлө диаспора вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Этнотур Башҡортостандың иҫ киткес урындары буйлап үтәсәк, ә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар милли мәҙәниәттәр сиктәрендә үҙ һәләттәрен күрһәтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика