11:46 (UTC+5), 02 Июля 2019

Республикала һөт кухнялары селтәре булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостанда берҙәм һөт кухнялары селтәре булдырыла. Ошо хаҡта республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Гусев хәбәр итте.
1 июлдә Стәрлетамаҡта һөт фабрика-кухняһы асылды. Хәҙер һөт, эремек һәм ҡатыҡ менән Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Салауат балалары тәьмин ителә. Бының өсөн райондарҙа ете аҙыҡ-түлек таратыу урыны асылды. Һөт ризыҡтары менән шулай уҡ Күмертауҙы һәм Ауырғазы районын тәьмин итеү күҙаллана, сөнки предприятиеның продукцияны арттырыу ҡеүәте бар.
31 декабргә тиклем ошондай етештереү урындарын Октябрьскиҙа, Сибайҙа, Нефтекамала һәм Белоретта асыу планлаштырыла. Уларҙы файҙаланыуға тапшырғас 15,5 меңдән ашыу бала ысын һөт продукцияһы менән тәьмин ителәсәк. Ул ошондай ризыҡты бушлай алыу хоҡуғына эйә алтын айҙан өс йәшкәсә дөйөм балалар һанының 69,2 проценты.
«Асылда, Советтар Союзында булған элекке һөт кухняларын ҡайтарабыҙ. Был бик етди, ҙур эш. Беҙ әле сабый балаларыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сайт аша продукцияға заказ биреп, уны таратыу урынынан алырға мөмкин. Килешеү төҙөгәндә бала хаҡында мәғлүмәт, уникаль номер беркетелеп, берҙәм мәғлүмәт базаһына индерелә, уның буйынса ата-әсәләр һөт ризыҡтарын ала.
Билдәләп үтергә кәрәк, һөт кухняһы тауарҙарын ҡулаҡсаға ла алырға мөмкин: оҙаҡламай продукцияны эре сауҙа селтәрҙәренә ҡуйыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика