06:06 (UTC+5), 28 Июня 2019

Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты — башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге үткәрә.
V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек — республикала, 157-һе Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән — АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израилдән, Латвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән.
Йыйындың көн тәртибендәге төп мәсьәлә — 2050 йылға халыҡтың киләсәген күҙаллауҙы формалаштырған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау. Стратегияның сайтында документҡа тәҡдимдәр индерергә була.
Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡ сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика