08:52 (UTC+5), 28 Июня 2019

Өфөлә Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, тип хәбәр итте бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
«Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Донбаста батырҙарса һәләк булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ. 1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын оҙатыу тантанаһы була. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында еткерә».
Совет майҙанында парк булдырыла. «Был бөтә халыҡ урыны булырға тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына дивизия командиры һәйкәле өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итеү тәҡдимен индерҙе.
Алдан хәбәр ителгәнсә, республика етәксеһе ҡул ҡуйған указға ярашлы, Быйыл Башҡортостанда дипломат, разведчик һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика