05:17 (UTC+5), 28 Июня 2019

Башҡортостандан Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты финалы сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан механизаторы Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса VIII Асыҡ Рәсәй чемпионаты финалына сыҡты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Мордовиялағы ярышта Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин, Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжын тамамлаған Дарья Тураева ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй чемпионатының һайлап алыу ярыштары барышында судьялар бураҙнаның тигеҙлеген, һөрөү тиҙлеген һәм тәрәнлеген баһаланы.
Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса, Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, 75 балл йыйып, чемпионаттың финалына сыҡты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Татарстан, Мордовия, Ленинград, Тверь, Иваново, Пенза, Орел, Волгоград өлкәләре һәм Ставрополь крайы механизаторҙары ла финалға үтте.
Илдең иң оҫта механизаторҙары ҡатнашҡан VIII Асыҡ Рәсәй чемпионатының финал ярыштары 28-29 июндә Горяновка ауылы янында уҙа.
Бөгөн механизаторҙар «Трактор-шоу»ҙа ла ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек Суздалдә Мәләүез районынан Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты барышында уҙған «Трактор-шоу»ҙа трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса иң яҡшыларҙың береһе булды. Ярыш йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе урынды алды.
Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаттары 2012 йылдан алып уҙғарыла. Беренселек еңеүсеһе төп бүләккә һәм Рәсәй исеменән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика