Бынан алдағы Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына бағышланған
II «Табын-фест-2018» йәштәр фестивале былтыр 27 июндә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында уҙҙы. Төбәк-ара фестивалдә республиканың туғыҙ районынан, Өфө ҡалаһынан һәм Рәсәйҙең биш төбәгенән 1000-гә яҡын кеше ҡатнашты. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында Табын ырыуҙарының 200 йәш вәкиле автор проекттары менән сығыш яһаны, Табын ырыуының иң яҡшы вәкиле булыу өсөн ярышты.