05:36 (UTC+5), 26 Июня 2019

Рәсәйҙә йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға пособие 200 тапҡырға арттырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға пособие әлеге 50 һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыла, ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнә. Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведевтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Интерфакс» хәбәр итә.
«Йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамды арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар ай һайын бер балаға элекке 50 һум урынына 10 мең һумдан ашыу алырға тейеш», — тине Дмитрий Медведев.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта дәүләттән беренсе һәм икенсе бала өсөн айлыҡ ярҙам алыусылар һанын арттырыу өсөн ғаиләләрҙең мохтажлыҡ критерийҙарын бер кешегә йәш ярымдан ике минималь йәшәү минимумына тиклем күтәреү тураһында закон проекты әҙерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика